Яйыҡ
+19 °С
Ясно
Новости
24 Января 2020, 11:05

Рөстәм Нәбиев икенсегә атай булды

Танылған блогер Рөстәм Нәбиев икенсегә атай булды. Ул был турала социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә. “Таңғы 4 сәғәт 35 минутта Әминә исемле ҡыҙыбыҙ донъяға ауаз һалды. Буйы – 54 сантиметр, тән ауырлығы - 4 килограмға яҡын”, - тип шатлығы менән уртаҡлашҡан бәхетле атай. Рөстәм Нәбиев Омск ҡалаһында казарма емерелеү фажиғәһендә ике аяғын юғалта. Ул 11 ай дауаханала ята, 16 операция үткәрә. Бөгөн яҡташыбыҙҙы күптәр спортсы, ирекмән, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ белә.

Читайте нас