Яйыҡ
+10 °С
Дождь
Новости
26 Января 2020, 10:31

Ни фәтеүә бындай фажиғәнән?

Үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙы тел мәсьәләһе менән аңлатһа ла....

Удмуртия республикаһы тәфтиш идаралығы енәйәт эше тикшереүҙе тамамланы – бер кемдең дә ғәйебе асыҡланманы, тип иғлан ителде. Былтыр көҙ ғалим Альберт Разиндың республика парламенттары алдында үҙенә-үҙе бензин ҡойоп яндырыуы тураһында һүҙ алып барабыҙ.
Ошо рәүештә удмурт теле Удмуртия мәктәптәрендә тик факультатив рәүештә генә уҡытылыуға, удмурт теле юҡҡа сығыуға протест белдергән була, был хаҡта Асыҡ хат яҙып ҡалдыра, ти. Әллә инде, бындай ҡурҡыныс аҙымдар менән проблеманы хәл итеп булыуы бик икеле. Төптән ҡарағанда ни булды – удмурт телен белгән һәм яратҡандар һаны тағы ла берәүгә кәмене!
Үҙебеҙ мөмкин тиклем күберәк башҡортса аралашайыҡ, башҡорт телендә китап һәм гәзит уҡыйыҡ, иң мөһиме – йәш быуынды өйрәтәйек, әсә теленә хыянат итеүҙәренә ирек бирмәйек, был осраҡта телебеҙ мәңге йәшәр.
Илфат Янбаев
Читайте нас