Яйыҡ
+30 °С
Облачно
Новости
27 Января 2020, 07:13

Утыҙ шешә шикле хәмер

Ни икәнлеген экспертиза күрһәтер, тикшереү бара.

54 йәшлек районыбыҙ ауылы кешеһе “Лада Ларгус” автомобилендә ҡайҙалыр 30 шешә спиртлы эсемлек алып китеп барған була. Полицияның иҡтисади именлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүексәһе, ЮХХДИ инспекторҙары туҡтата уны. Спиртлы эсемлек экспертизаға ебәрелде, хәүефле тауарын билдәһеҙ алыпһатарға тапшыра алманы, тип белдерә БР буйынса эске эштәр министрлығы.
РФ Административ кодексының 14.17.2-се статьяһы буйынса эш ҡуҙғатылыуы ихтимал. Маркировкаланмаған (акциз маркаһы булмаған) хәмерҙе ташыу үҙе генә лә хоҡуҡө боҙоу бит. Эйе, штрафы әллә ни түгел, әммә хәүеле тауар конфискацияланыу һәм юҡ ителеү үҙе генә лә матди яза инде.
Эсмәгеҙ, яҡташтар, тыйылырға хәлдән килмәй икән, исмаһам, ни эскәнегеҙҙе белеп эсегеҙ.
Булат Яхин.
Читайте нас