25 ғинуар Илсе ауылында «Зайнулла Ишан эҙҙәренән» тип аталған ғилми конференция уҙғарылды. Йыраҡ араларҙы яҡынайтып Өфө, Троицк, Белорет һәм Миәс ҡалаларынан ҡунаҡтар килде. Ғалимдар, дин әһелдәре, Зайнулла Расүлевтең улы Ғабрахмандың ейәнсәре Йәлүфәр Әмир ҡыҙы, шәкерттәренең ағай-энеләре, ағинәйҙәр сығыш яһаны.