Яйыҡ
+29 °С
Ясно
Новости
28 Января 2020, 07:18

Һигеҙ етәксе араһында Радий Хәбиров та бар

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советы президиумы составын раҫланы. Унда Башҡортостан республикаһы башлығы Радий хәбиров һәм тағы илдең ете төбәге етәксеһе инде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советы президиумы составын раҫланы. Был хаҡтағы документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.
Президиум составына илдең һигеҙ төбәге етәксеһе индерелде: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Санкт-Петербург губернаторы Александр Беглов, Волгоград өлкәһе губернаторы Андрей Бочаров, Ҡабарҙы-Балҡар Башлығы Казбек Коков, Сахалин өлкәһе губернаторы Валерий Лимаренко, Тверь өлкәһе губернаторы Игорь Руденя, Алтай крайы губернаторы Виктор Томенко һәм Ҡурған өлкәһе губернаторы Вадим Шумков.
Положениеға ярашлы, Дәүләт советы президиумы составын Президент үҙе раҫлай һәм ул ярты йылға бер тапҡыр яңыртыла. Президиум Дәүләт советы ултырышында ҡатнаша, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың бойомға ашырыуына анализ яһай.
Читайте нас