“Берҙәм Рәсәй” партияһы рәйесе Д.А. Медведевтың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә видеоконференция режимында халыҡҡа социаль ярҙам сараларына арналған селектор кәңәшмәһе үтте.
Унда республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова ҡатнашты. Кәңәшмә эшендә хакимиәт, учреждение вәкилдәре, халыҡты социаль тәьмин итеү өлкәһендә эшләүсе етәкселәр ҡатнашты.
Белеүебеҙсә, ил Президентының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә демография өлкәһендәге ҡырҡыу мәсьәләләр, уларҙы хәл итеү юлдары, балалы ғаиләләргә социаль ярҙам, пособиеларҙы арттырыу, ярлылыҡты кәметеү саралары барланды. Уларҙы бойомға ашырыу өсөн ваҡыт тар, халыҡҡа был ярҙамды тулыһынса һәм тиҙ еткереү өсөн ведомство етәкселәренән йылдамлыҡ, тырышлыҡ талап ителә.
Ленара Иванова әйтеүенсә, ил Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә яңғыраған пособие түләү, Әсәлек капиталы буйынса халыҡтан һорауҙар күп килә. Иртәгә министрлыҡ сайтында, ошо мәсьәләләргә яуап итеп, материалдар урынлаштырыласаҡ. Өҫтәүенә әлегә федераль үҙәктән хоҡуҡи-норматив акттар тулыһынса килеп етмәгән. Аҙ ғына сабыр итәйек, барыһы ла асыҡланыр, был юлы бер ниндәй ажиотаж булмаясаҡ, пособиелар 2020 йылдың 1 ғинуарынан алып иҫәпләнәсәк һәм түләнәсәк, тип вәғәҙә итте кәңәшмәлә ҡатнашыусы етәкселәр.