Яйыҡ
+21 °С
Ясно
Новости
29 Января 2020, 13:00

Филология факультеты ябыламы?

БДПУ ректоры филология факультеты тирәләй таралған имеш-мимештәргә асыҡлыҡ индерҙе

Башҡорт филологияһы факультетын ябыу тураһында һүҙ бармай», тип белдерҙе Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов. Уның юғары уҡыу йорто сайтында баҫылған мөрәжәғәте киң мәғлүмәт сараларындағы факультетты бөтөрөү хаҡында мәғлүмәткә яуабы булды.
Педагогия университеты етәксеһе һүҙҙәренсә, факультет составында Көнсығыш телдәрен өйрәнеү үҙәген ойоштороу, шулай уҡ факультетҡа Рухи үҫештең ресурс үҙәген индереү тураһында мәсьәлә профессорҙар һәм уҡытыусылар менән тикшерелде.
«Фекер алышыу барышында факультетты Башҡорт телен үҫтереү буйынса ғилми-белем биреү үҙәге тип үҙгәртеү мәсьәләһе күтәрелде. Быны факультет студенттары һәм уҡытыусылары менән дә тикшерҙек һәм ҡәҙимгесә «факультет» тип ҡалдырырға тигән фекергә килдек», — тип хәбәр итте Салауат Сәғитов.
«Бөгөн башҡорт филологияһы факультеты алдына ҡуйылған төп бурыс – динамик үҫешкә сығыу, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, был процесҡа иң яҡшы ғалимдарҙы йәлеп итеү», тип билдәләне ректор.
Ректор мөрәжәғәтенең тулы тексы – юғары уҡыу йортоноң рәсми сайтында.
http://www.bashinform.ru/news/1406330-o-zakrytii-fakulteta-bashkirskoy-filologii-rechi-ne-idet-rektor-bgpu-salavat-sagitov/
Читайте нас