Күп балалы атайҙарҙы песияғы алданыраҡ сығырға тәҡдим итәләр. Ошо хаҡтағы закон проекты Рәсәй Дәүләт думаһына тәҡдим ителгән. Әле ул өйрәнелә генә. Проектта ҡаралғанса, өс бала тәрбиәләнгән ғаиләләгеатай кеше өс йылға иртәрәк хаҡлы ялға сығырға хоҡуҡлы буласаҡ. Ә инде дүрт балалы атайҙарға - дүрт йылға алдараҡ пенсияға китергә мөмкин тыуасаҡ. Был проект хуплау табырмы, юҡмы, әлегә билдәһеҙ.