Яйыҡ
+34 °С
Ясно
Новости
29 Января 2020, 10:19

Күрмәгәндең күрәһе килә....

Капитализмдан төңөлгәндәр һаны арта бара

Капитализмды, әлеге баҙар иҡтисадын күпме генә маҡтамаһындар, халыҡ-ара “Edelman “ компанияһы мәғлүмәттәре буйынса, ер йөҙөндәге 56 процент кешеләр капитализм ысынбарлығынан төңөлгән, ти. Ғәжәп булып күренде , ундай кешеләр бик тә етеш көн күргән Бөйөк Британияла – 53, Францияла – 69 процентҡа еткән. Хатта АҠШ-та 47 процент кешеләр әлеге сәйәси-иҡтисади ҡоролош файҙаға ҡарағанда зыянды күберәк килтерә, тигән фекерҙә.
Төптән ҡараһаң, аңлашыла инде – ярлылар ярлылана, байҙар байый бара, экология проблемалары киҫкенләшә, медицина һәм фән ҡаҙаныштары башлыса аҡсалыларға хеҙмәт итә, ә иң яманы – донъя һуғышы ҡубыу хәүефе бер ҙә кәмемәй.
Башҡорттарҙың мәҡәле иҫкә төшә – “Күрмәгәндең күрәһе килә, күргәндең ҡоҫаһы килә”.
Читайте нас