Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
29 Января 2020, 13:05

Ҡояш нурынан эшләүсе электр станцияһы

Стрәлебаш районында 25 мегаватҡа иҫәпләнгән ҡояш электр станцияһын төҙөй башланылар.

Башҡортостанда ҡояш электр станциялары төҙөлөшө дауам итә. Әлегә республикала өс ошондай станция эшләп килә. Улар Хәйбулла,Көйөргәҙе һәм Ейәнсура райондарын таҙа энергия менән тәьмин итә. Сиратта Стәрлебаш. Төбәктә 25 мегаватҡа иҫәпләнгән ҡояш электр станцияһын төҙөй башланылар. Проекттың хаҡы - 3,5 миллиард һум. Был хаҡта республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте.
Читайте нас