Яйыҡ
+19 °С
Облачно
Новости
29 Января 2020, 11:24

Туҙып ятмаһын!

Тиҙәк Ҡыйҙыш буйҙарына өйөлгән

БР Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығы районыбыҙҙағы йәмһеҙ күренеш тураһында белдерҙе. Рейд үткәргән инспекторҙар Ахун ауылынан көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә 2,1 километр йыраҡлыҡта, Ҡыйҙыш йылғаһы быуаһы ярында мал тиҙәгенең ҙур өйөмөнә тап булалар. Айырыуса ҡурсаланған һыу һаҡлау зонаһында. Оҙаҡламай ҡар иретә башлаһа, бөтә бысраҡ йылғаға ағып төшә бит инде....
Был ғәйеп өсөн урындағы кешегә РФ Административ кодексының 8.2.3 –сө статьяһының 4-се өлөшө буйынса 5 мең һум штраф һалына.
(КоАП РФ Статья 8.2.3. Несоблюдение требований в области охраны окружающей среды при обращении с отходами животноводства).
Читайте нас