Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
30 Января 2020, 12:30

Арҙаҡлы яҡташыбыҙ

Яҡташыбыҙ 1957 йылдың 3 мартында Учалы районы Миндәк ҡасабаһында һигеҙ балалы шахтер ғаиләһендә тыуған.Ете йәшенән Өфөләге һуҡыр балалар өсөн мәктәп-интернатта уҡый башлай, хорҙа йырлай, ҙур теләк менән баянда, домрала, кларнет һәм торбала уйнарға өйрәнә. 11 йәшендә 1-се балалар музыка мәктәбенә ҡабул ителә. Бында һуҡыр баянсы һәм композитор Николай Инякин класында шөғөлләнә. Аҙаҡтан Өфө сәнғәт училищеһында уҡый һәм был йылдарҙа әҙәбиәт, философия һәм музыка фәндәрен әүҙем үҙләштерә, ижад эшенә лә ныҡлап ылыға. Һөҙөмтәлә өс прелюдия, фажиғәле һәләк булған Н. Инякин иҫтәлегенә баян өсөн поэма, өс романс яҙа.С. Низаметдинов Өфө дәүләт сәнғәт институтын диплом эше — башҡорт телендә биш өлөштән торған «Салауат менән һөйләшеү» исемле вокаль симфония яҙып тамамлай. 1988 йылда йәш композиторҙың был әҫәре СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалына лайыҡ була.Сәнғәт институтынан һуң Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге дәүләт музыка-педагогия институтыныңаспирантураһын тамамлай.Ижады яғынан күп яҡлы композитор булыуға ҡарамаҫтан, Салауат Низаметдинов операны яҡыныраҡ итте. Мәшһүр сәнғәт әһеле үҙе әйтеүенсә, опера өҫтөндә эшләү ҙур хеҙмәт, ваҡыт һәм көс талап итә, әммә һәр секунд һиңә шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә. «Яҡшы шиғыр ишетһәм, моң үҙенән-үҙе яңғырай» тип әйтергә яратҡан ул. Уның Мостай Кәрим әҫәрҙәре нигеҙендә яҙылған «Ҡара һыуҙар», «Ай тотолған төндә», шулай уҡ «Memento» һәм «Нәҡи» исемле опералары Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә, «Мөхәббәт йондоҙо» рок-операһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә ҡуйылды.Композиторҙың төрлө әҙиптәр һүҙҙәренә яҙылған 200-ҙән ашыу йыры бар. 2006—2010 йылдарҙа Салауат Низаметдинов Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзын етәкләй. Ул 1983 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (2003) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1988) лауреаты.Маэстро 2013 йылдың 29 июлендә күп һанлы тамашасыларын ҡайғыға һалып ваҡытһыҙ вафат булды, ул Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнгән.

Читайте нас