Яйыҡ
+26 °С
Ясно
Новости
30 Января 2020, 06:20

“БЕРЕНСЕ ТРЕСТ” МИЛЛИ ПРОЕКТТА ҠАТНАША

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектының быйылғы тәүге ҡатнашыусыһы – “Беренсе трест” компанияһы. Уны барыбыҙ ҙа әүҙем төҙөүсе булараҡ беләбеҙ.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектының быйылғы тәүге ҡатнашыусыһы – “Беренсе трест” компанияһы. Уны барыбыҙ ҙа әүҙем төҙөүсе булараҡ беләбеҙ.
“Беренсе трест” компаниялар төркөмө күп ҡатлы торлаҡ, коммерция һәм сәнәғәт йүнәлешендәге биналар төҙөй. Уның милли проектта ҡатнашыуы һөнәри компетенциялар алыу һәм етештереү процестарын ҡулайлаштырыуҙа тәжрибә туплау өсөн уңайлы буласаҡ. Компания һәр ваҡыт үҫештә. Милли проект маҡсаттарына ирешеүҙә ҡатнашыу уларға тағы ла юғарыраҡ күрһәткестәргә өлгәшергә мөмкинлек бирәсәк. Әйткәндәй, милли проект ҡатнашыусылары бушлай метедология ярҙамы ала, льготалы заемға ла хоҡуҡтары була, уныһы, әлбиттә, бик түбән процент менән. Кадрҙарға бәйле башҡа мөмкинлектәр ҙә бирелә. Әле республикала был йүнәлештә 55 килешеү төҙөлгән. Быйыл тағы ла 22 предприятиены индереү күҙаллана.
"Йәшлек" гәзитенән.
Читайте нас