Яйыҡ
+23 °С
Дождь
Новости
30 Января 2020, 13:00

Етәксе итеп тәғәйенләнде

Район хакимиәтенән кадрҙар үҙгәреше хаҡында хәбәр иттеләр. Учалы районындағы 24-се янғын-ҡотҡарыу бүлеге начальнигы итеп Юлай Әитов тәғәйенләнгән.

Район хакимиәтенән кадрҙар үҙгәреше хаҡында хәбәр иттеләр. Учалы районындағы 24-се янғын-ҡотҡарыу бүлеге начальнигы итеп Юлай Әитов тәғәйенләнгән. Приказға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы начальнигы Марат Латипов ҡул ҡуйған. Быға тиклем Юлай Шәүкәт улы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығында янғын һүндереү хеҙмәте начальнигы урынбаҫары – 28-се янғын-ҡотҡарыу хеҙмәтенең дежур сменаһы начальнигы вазифаһын биләгән булған.
Юлай Әитов 1984 йылда Учалы районының Ахун ауылында тыуған, шунда уҡ урта мәктәпте тамамлаған. Һуңынан Екатеринбург ҡалаһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғынға ҡаршы хеҙмәте буйынса Урал институтын тамамлаған. Артабан ошо йүнәлеш буйынса Мәскәүҙә академияла белемен камллаштырған. Бихисап ведомство наградалаы бар.Яңы етәксегә эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Гүзәл ЛАТИПОВА.
Читайте нас