Яйыҡ
+18 °С
Ясно
Новости
30 Января 2020, 11:33

Яҡташыбыҙ - Америка самолеттарында осто

Алексей Дашкин 2019 йыл АҠШ-тың шәхси пилот лицензияһын (FAA) алыуға өлгәште

Бер нисә йыл элек яҙғайныҡ - Учалы ҡалаһы егете Алексей Дашкин тыуған төйәгенә Мәскәүҙән үҙенең шәхси ЯК-18Т самолетында осоп ҡайтты, тип.
Учалы тау сәнәғәте колледжында уҡығанда фән менән ныҡлап ҡыҙыҡһына, техник ижад менән шөғөлләнә. Диплом алғас, иҫке ВАЗ “копейка” автомобиленә ултырып Мәскәүгә сығып китә. Ҡаңғырыуын ҡаңғыра, ләкин, белеме, зирәклеге һәм эшһөйәрлеге арҡаһында тормошта бик яҡшы урынлаша алды.
Бөгөнгө көндә данлыҡлы “Jaguar Land Rover” компанияһында инженер булып уңышлы хеҙмәт итеүен дауам итә. Һәм бер юлы авиапилот булараҡ та камиллаша. 2019 йыл АҠШ-тың шәхси пилот лицензияһын (FAA) алыуға өлгәште. Хәҙер Америкала ла, башҡа тарафтарҙа ла оса ала. Әйтәйек, Багам утрауҙарында дауыл ғәрәсәте мәлендә эвакуациланған кешеләрҙе кире ташыуҙа ҡатнашырға тура килә лә инде уға.
-Америкала бер нисә миллион шәхси самолет иҫәпләнә, - тип һөйләй уҙаман, - Күп булғас, һауала осоп әҙерлек алыу беҙҙекенә ҡарағанда ике тапҡыр осһоҙораҡ. Ғөмүмән, унда пилот лицензияһы менән кемделер ғәжәпләндерерлек түгел, беҙҙә автомобиль водителе танытмаһы кеүегерәк ҡабул ителә. Самолетты арендаға алыу ҙа әллә ни ҡатмарлы түгел.
Яҡташыбыҙ әлеге лицензия менән генә ҡәнәғәтләнергә йыйынмай , әҙерлек үтеп, коммерция рейстарын пилотлауға ла рөхсәт юллаясаҡ. Уңыштар теләйбеҙ, ғорурланабыҙ, яңылыҡтар булһа, хәбәр итербеҙ. Мәҡәләнең аҙағында Алексейҙың йәштәргә әйткән һүҙен килтереү файҙалы булырҙыр:
-Хыял-ниәттәрегеҙ кемгәлер хыялыйҙарса булып күренһә лә, ныҡышмалы булығыҙ. Беҙҙе уратҡан һәм хеҙмәт иткән компьютерҙар, техник әйберҙәр, автомобилдәр, заманса йорттар - барыһы ла ҡасандыр күпселек халыҡҡа “диуана хыялы” булып тойолғандыр. Һуңынан ғына, ижад һәм хеҙмәт һөҙөмтәһендә, ҡәҙимге күренештәргә әйләнделәр. Бәлки һеҙҙең хыял да тормошҡа ашып, донъяны ыңғай яҡҡа үҙгәртер? Бер нимәнән ҡурҡмай тормошҡа тура ҡарап йәшәгеҙ, ләкин айыҡ аҡыл, сама тураһында ла бер ваҡыт онотмағыҙ.
Илфат Янбаев
Читайте нас