Уҙған йылдың октябрь айында Башҡортостанда ауыл биләмәләре араһында «Йырсы ауыл» республика конкурсы старт алғайны. Яңы ижади бәйге 2020 йылдың октябренә тиклем барасаҡ.
Конкурста үҙешмәкәр коллективтар: халыҡ, фольклор, эстрада, ғаилә ансамблдәре, яңғыҙ башҡарыусылар ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәгән.
Сара өс этапта ойошторола. Беренсе этап — һайлап алыу ауылдарҙа конкурс ҡарауҙары формаһында уҙғарыла (ауыл мәҙәниәт йорто, ауыл клубы, ауыл күп функциялы клубы).
Икенсе этап — беренсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы айырым график буйынса ҡарау (ҡала мәҙәниәт һарайы, район мәҙәниәт йорто, социаль-мәҙәни үҙәк).
Өсөнсө этап — республика (2020 йылдың октябре) – икенсе этапҡа үткән ҡатнашыусыларҙы ҡарау (конкурсҡа 1-се дәрәжә лауреаттар ғына ебәрелә).
Ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, район хакимиәттәре.
Конкурсҡа учалылар ҙа ихлас ҡушылды. Ижади бәйгенең һайлап алыу этабы старт ала. 5 февраль Учалы ауылы район мәҙәниәт йортонда киске 18.00 сәғәттә Учалы ауылы хакимиәте биләмәһенә ҡараған учреждениелар-ҡатнашыусыларҙы тыңлаясаҡтар. 7 февраль 10.00 сәғәттә ошонда уҡ, Учалы ауылы район мәҙәниәт йортонда райондың башҡа ауыл биләмәләренән килгән ҡатнашыусыларҙы тыңлаясаҡтар. Яҡташтарыбыҙ йыр-моңға бик маһирҙар, был конкурста ла үҙҙәрен һынатмаҫтар, тип ышанабыҙ. Әле заявкалар ҡабул итеү дауам итә, ҡатнашырға теләк белдереүселәр байтаҡ, тип хәбәр иттеләр Мәҙәниәт бүлегенән.
18 февралдә уның конкурстың икенсе этабы башлана. Тәүге тур еңеүселәре республика баһалама ағзалары алдында сығыш яһаясаҡ. Йырлы марафон октябрҙә ҙур Гала-концерт менән тамамлана.