Яйыҡ
+23 °С
Дождь
Новости
31 Января 2020, 13:05

Февралдә ял итәбеҙ

2020 йылда 23 февраль байрамы йәкшәмбегә тура килгәнгә тағы бер ял көнө – дүшәмбе, 24 февраль, өҫтәлә.

23 февралдә Башҡортостан халҡы, тотош Рәсәй кеүек үк, Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләй. 2020 йылда байрам йәкшәмбегә тура килгәнгә тағы бер ял көнө – дүшәмбе, 24 февраль, өҫтәлде. Йома, 21 февралдә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡармай. 25 февралдән 28-енә тиклем – эш көндәре.
Хеҙмәт кодексына ярашлы, йыллыҡ төп йәки йыллыҡ өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә 23 февралдәге һәм 8 марттағы байрам көндәре отпускының календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.
http://www.bashinform.ru/news/1408079-v-fevrale-zhiteley-bashkirii-zhdet-dopolnitelnyy-vykhodnoy/
Читайте нас