“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә ойошторолған байрамда тәүге балыҡ Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол ауылынан Илдар Лутовҡа эләкте. Ә иң күп балыҡты Учалы ҡалаһынан Булат Уйылданов тотто- 2 килограмдан ашыу алабуға эләктерҙе. Ә бына иң эре балыҡ -140 грамлыҡ бәрҙе Белореттан Радик Ҡәүиевҡа ҡапты, тип хәбәр итә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәте. ⠀ Ярышҡа төрлө райондарҙан, хатта Силәбе өлкәһенән дә балыҡсылар килгән. Барлығы 23 кеше ҡатнашты. Тотош ғаиләләре менән дә килгәндәр. Магнитогорск ҡалаһынан Дания һәм Илшат Ғайсиндар, Наурыҙ ауылынан Гөлсирә һәм Самат Ирәкбаевтар әйтеүенсә, балыҡ тотоу- уртаҡ шөғөл. Ҡансуриндар ғаиләһендә балыҡсы сәме ҡартатайҙан ейәненә күскән. 6 йәшлек Урал ололарҙан ҡалышманы. ⠀ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Морат Лоҡманов сарала әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләп үтте. Ҡунаҡтар Ҡобағош ауылының социаль объекттарын- мәктәп, мәҙәниәт йорто , фельдшер-акушер пунктын, китапхананы ҡараны. ⠀