Яйыҡ
+20 °С
Дождь
Новости
31 Января 2020, 05:40

Ғәҙәттән тыш хәл

2019-nCoV корновирусы тарала бара

Кисәнге, йәғни 30 ғинуар, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы 2019-nCoV короновирусы ҡуҙғытҡан пневмония эпидемияһын “ғәҙәттән тыш халыҡ-ара хәл” тип рәсми рәүештә таныны.
Был афәт былтыр декабрь аҙағында Ҡытайҙың Ухань ҡалаһының Хубэй провинцияһында башланды. Ул кешенең һәм хайуандарҙың тын юлын, аш һеңдереү ағзаларын, нервы системаһын зарарлай, ныҡ йоғошло.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Ҡытайҙа әле 9692 кеше сир йоҡторҡан, 213 пацинт үлгән. Ҡалған илдәрҙә йөҙгә яҡын кешелә короновирус асыҡлана. Хоҙай һаҡлаһын! Ҡытайҙа медицина ла, дәүләт власы ла көслө, бәләгә ойошҡан рәүештә ҡаршы торалар әле, беҙҙә генә күпләп тарала башламаһын инде.
Ильфат Янбаев
Яҡташыбыҙ Камил Бузыкаевтың һүрәте.
Читайте нас