Яйыҡ
+19 °С
Ясно
Новости
3 Февраля 2020, 11:35

Контейнерҙар мәсьәләһе нисек хәл ителә?

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә райондарҙағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн тәғәйенләнгән контейнер майҙансыҡтары торошона айырым туҡталып үтте.– Ауыл муниципалитеттарында, райондарҙа хәл төрлөсә, дөйөм алғанда, күпселек осраҡта, шәптән түгел. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленгәне мәғлүм. Һуңғы тапҡыр эш сәфәре менән Миәкә районында булдым һәм унда контейнерҙар мәсьәләһен нисек хәл иткәндәрен күрергә тура килде. Әйтергә кәрәк, барыһы ла бик матур ойошторолған, бәғзе урындарҙа майҙансыҡтар кәртәләп алынған, техника һәм кешеләр өсөн айырым ҙур һәм бәләкәй ҡапҡалар ҙа бар. Тик ни өсөн кемдер эшләй алған, ә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа ошондай һөҙөмтә юҡ? Аҡса бит барыһына ла бүленә. Тимәк, ошо проблеманың осона сығырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров һәм контейнер майҙансыҡтары эшләү өсөн бүленгән финанс сараларының ҡайҙа тотонолоуын асыҡларға ҡушты. Һандарға килгәндә, былтыр ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 173, 6 миллион һум аҡса бүленгән, быйыл да шул тиклем сумма тотоноу күҙаллана. Һәр район 3,5 – 4,5 миллион һум аҡса алған. Бер контейнерҙың хаҡы уртаса 50-100 мең һум торғаны мәғлүм, ошонан сығып, был аҡсаға күпме эш атҡарып булғанын күҙалларға мөмкин, тип аңлатып китте төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.Автор: Гүзәлиә Балтабаева

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә райондарҙағы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу өсөн тәғәйенләнгән контейнер майҙансыҡтары торошона айырым туҡталып үтте.
– Ауыл муниципалитеттарында, райондарҙа хәл төрлөсә, дөйөм алғанда, күпселек осраҡта, шәптән түгел. Бының өсөн республика ҡаҙнаһынан аҡса бүленгәне мәғлүм. Һуңғы тапҡыр эш сәфәре менән Миәкә районында булдым һәм унда контейнерҙар мәсьәләһен нисек хәл иткәндәрен күрергә тура килде. Әйтергә кәрәк, барыһы ла бик матур ойошторолған, бәғзе урындарҙа майҙансыҡтар кәртәләп алынған, техника һәм кешеләр өсөн айырым ҙур һәм бәләкәй ҡапҡалар ҙа бар. Тик ни өсөн кемдер эшләй алған, ә ҡайһы бер муниципалитеттарҙа ошондай һөҙөмтә юҡ? Аҡса бит барыһына ла бүленә. Тимәк, ошо проблеманың осона сығырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров һәм контейнер майҙансыҡтары эшләү өсөн бүленгән финанс сараларының ҡайҙа тотонолоуын асыҡларға ҡушты.
Һандарға килгәндә, былтыр ошо маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 173, 6 миллион һум аҡса бүленгән, быйыл да шул тиклем сумма тотоноу күҙаллана. Һәр район 3,5 – 4,5 миллион һум аҡса алған. Бер контейнерҙың хаҡы уртаса 50-100 мең һум торғаны мәғлүм, ошонан сығып, был аҡсаға күпме эш атҡарып булғанын күҙалларға мөмкин, тип аңлатып китте төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляев.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас