Ҡытай етәкселегенең һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 305 кеше уның ҡорбаны булған, 14 меңдән ашыу кеше сирҙе йоҡторған. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тағы ла 23 илдә 130 осраҡ теркәлеүен раҫланы, улар араһында Көньяҡ Корея, Япония, Сингапур, Австралия, АҠШ, Канада, Германия һәм Франция бар. Рәсәйҙә иһә әлегә ике осраҡ теркәлгән, улар, алдан яҙғаныбыҙса, Ҡытай граждандары.
Был йәһәттән Рәсәй бөтә яҡлап та һаҡланыу сараһын күрә: 1 февралдән Ҡытай менән авиабәйләнеш сикләнде, Хөкүмәт ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, Рәсәй туристар төркөмө менән визаһыҙ килгән Ҡытай граждандарын ҡабул итеүҙе ваҡытлыса туҡтата, ил Президенты Владимир Путин бойороғо буйынса Рәсәй граждандарын эвакуациялауға Хәрби-йыһан көстәре самолеттары йәлеп ителә. Илселек мәғлүмәттәре буйынса, Хубэй провинцияһынан 130 гражданыбыҙ ҡайтырға әҙер.
Шулай уҡ яңы коронавирус 2019-nCoV Рәсәйҙә тирә-яҡҡа ҡурҡыныс тыуҙырған ауырыуҙар исемлегенә индерелгән. Хәҙер унда бөтәһе 16 ауырыу ҡарай.
Германияла быға тиклем дүрт кешелә сир асыҡланһа, әле ҡояш иленән сығарылған 115 граждандың икәүһендә коронавирус тапҡандар. Филиппинда Ухань ҡалаһынан килгән бер ир һәләк булған.