«Уның туғандары ла, ҡараусы кешеһе лә юҡ» — Башҡортостан дауаханаларының береһендә пациенттар иҙәндә ята, ә инвалидтар коридорҙа шыуышып йөрөйБыл видеояҙма Иглин үҙәк дауаханаһында төшөрөлгән. Бер ир шәфҡәт туташынан үҙе менән бергә пациенттарҙың ниндәй хәлдә икәнен ҡарауын һораған. Уларҙың береһе иҙәндә ятҡан, икенсе аяҡһыҙ пациент тәмәке тартыу урынына шыуышып барған.Үҙен Светлана Михайловна тип таныштырған шәфҡәт туташы һүҙҙәренсә, пациенттарҙы туғандары ҡарарға тейеш, уларҙың бүлексәһендә бер генә санитарка эшләй, ул бөтәһенә лә өлгөрә алмай.«Медиакорсеть» баҫмаһы дауахананың баш табибы Жанна Карунасҡа шылтыратып һораған. Уның әйтеүенсә, пациенттар дауахананан сыҡҡан, ә ул был видеороликтарҙы бөгөнгә тиклем ҡарамаған. Иглин районы башлығы Николай Самойленко бына нимә тине:— Беренсе видеола сирлене өйәнәге тотҡан, ул ярһып, карауатынан ҡолап төшкән, сөнки бәйләп ҡуйылмаған. Өйәнәге бөткәс, табиптар пациентты карауатына ятҡырған. Икенсе осраҡ буйынса дауаханала пациент табипҡа түгел, ә тәмәке тартыр өсөн шыуышып китеп барған, тинеләр. Видеояҙманы иғтибар менән ҡараһаң, урамда ағастарҙың йәшел икәне күренә, тимәк, видео йәйгеһен төшөрөлгән. Ул ваҡытта дауаханала ремонт эштәре бара ине, уның коляскаһы үтә алмаған.