«Башархив.рф» тарихи-документаль проекты эшләй башланы, тип күп һөйләнә. Өфө губернаһы буйынса 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыу материалдары – 5,7 меңдән ашыу документ тәүге тапҡыр интернетҡа һалынды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 быуат башында әлеге Башҡортостан Өфө һәм Ырымбур губернияларына бүленгән була. Үкенес, Учалы районы ингән Ырымбур өйәҙҙәре буйынса был материалдар һаҡланмаған, ти. Булмағанға өмөтләнеп китмәгеҙ. Ырымбур губернияһына шулай уҡ (Учалыбыҙҙан тыш) әлеге Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Хайбулла райондары ингән.