Учалыла чир-спорт популярлыҡ яулай. Етеҙлекте талап иткән спорт төрө ул, ғөмүмән. Спортсыны һауаға ырғытып, кире тотоп алыу өсөн көслө ҡулдар кәрәкһә, һикереүсе ҡыҙға иһә — батыр йөрәк. Сөнки төркөмдәштәренең ҡулдарына ғына баҫып торғанда, ҡурҡыу тойғоһон еңеүҙән тыш, йылмайып, хәрәкәттәр ҙә эшләргә кәрәк. Гимнастика һәм акробатика элементтарын үҙ эсенә алған спорт төрө. Ул черлидингка оҡшаған, әммә бында күберәк хореографияға баҫым яһала. Башҡортостанда был йүнәлеш яңы ғына үҫешә башлаған, беҙҙә лә бар. Йәш тренер Татьяна Рогалева етәкләгән төркөмгә бәләкәстәр ҙә, үҫмер ҡыҙҙар ҙа теләп йөрөй. Спортсылар күп ҡаҙаныштарға ирешергә лә өлгөргән.
Ошо көндәрҙә йәш спортсыларыбыҙ Башҡортсотан республикаһы беренселегендә ҡатнашып 480 кеше араһынан 14 кубок алып ҡайттылар.
- Чир фристайл группа взрослые - 1 место; - Чир джаз группа (взрослые) - 1 место; - Групповой стант (взрослые) - 2 место - Чир фристайл двойка (взрослые) - 1, 2, 3 место; -Чир джаз двойка (взрослые) - 1, 2 место; - Чир хип хоп двойка (взрослые) - 3 место; - Чир фристайл двойка (юниоры) - 1, 2 место; - Чир джаз двойка (юниоры) - 3 место; - Чир фристайл двойка (юниоры) - 1 место; - Чир джаз двойка (юниоры) - 1 место. 21 февраля йондоҙҙарыбыҙ Мария Рукавишникова, Дания Алкина, Гузелия Сагадатова һәм Елизавета Кондратченко республика йыйылма командаһы составында Рәсәй чемпионатына юлланасаҡ. Уңыштар теләйбеҙ.