Кисәнге, йәғни 2 февраль, дауаханаға Учалы ауылынан 47 йәшлек ҡатын килтерелә. Эсе бысаҡ менән яраланған булғас, шундуҡ тәфтиш-оператив төркөм йүнәлтелә, тип белдерҙе БР буйынса эске эштәр министрлығы.
Әлегә хәл-шарттар түбәндәгесә төҫмөрләнә: 62 йәшлек Учалы ауылы кешеһе һәм уның өйҙәшенә ҡунаҡҡа ҡатыны менән бер ир киләләр. Эсәләр. Ҡайҙа хәмер, шунда талаш. Хужа һәм ҡунаҡ килгән ир нимәгәлер килешә алмай низағ ҡуптаралар. Бысаҡ менән “дошманына” үрелгән хужа яңылыштан уның ҡатынына сәскән тип фараз ителә.