Яйыҡ
+25 °С
Облачно
Новости
4 Февраля 2020, 05:30

Борайҙарҙы "Тыуған ауыл" көтә

13 февралдә Борай районы үҙәгендә “Тыуған ауыл” форумы үтәсәк.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
13 февралдә Борай районы үҙәгендә “Тыуған ауыл” форумы үтәсәк. Сара бер майҙанда урындағы хакимиәт, ауыл биләмәләре башлыҡтарын, бизнес һәм йәмәғәтселек вәкилдәрен йыясаҡ. Төп маҡсат – райондың социаль-иҡтисади үҫешен тиҙләтеү өсөн уртаҡ ниәттә берләшеп эш алып барыу. “Тыуған ауыл” форумында ҡатнашыусылар көн дауамында эксперттар етәкселегендә социаль инвестициялар йәлеп итеү, социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү, муниципаль фандрайзинг алымдарын һәм механизмдарын өйрәнәсәк. Сараның икенсе ғәмәли өлөшөндә социаль проект планын төҙөргә, уның буйынса эш итергә өйрәтәсәктәр. Шулай уҡ форумдың төп маҡсаттарының береһе - ил Президенты Владимир Путиндың милли проекттар нигеҙендә ҡуйған бурыстарын үтәү. Халыҡты, бизнесты йәлеп итеп, биләмәләрҙе үҫтереү, был йәһәттән уңышлы ғәмәли өлгөләрҙе, проекттарҙы таратыу ыңғай һөҙөмтә бирәсәк тигән ышаныста район етәкселеге. Фото Борай районы хакимиәте сайтынан.
"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас