Яйыҡ
+17 °С
Облачно
Новости
4 Февраля 2020, 13:40

Дуҫтар, көлөп алайыҡ булмаһа!

Бер нимәгә ҡарамай тормош матур бит ул! Бер көлөп алайыҡ, булмаһа.

Атаһы улын тышҡа сана шыуырға алып сыға: – Атай, мин башҡа һинең менән сана шы- уырға бармайым… – Мыжыма, һөйрә давай! – ти, икән атаһы, ихлас сана өҫтөндә ятҡан килеш. * * * Бүре менән ҡуянды хәрби комиссариатҡа ко- миссия үтергә саҡырғандар. Иң тәүге булып ҡуян инеп киткән дә ҡыуанып килеп сыҡҡан: – Мине алманылар, яраҡhыҙhың, – тинеләр. Бүре: – Нисек инде – яраҡhыҙ? – Минең аяҡтарым шәп булhа ла, күҙем бик насар күрә, hин беләhең бит, мин – ҡылый. – Һин бит мине бер саҡырымдан күрәhең, – тип аптыраған Бүре. Ҡуян – Бүрегә: – Ана, ағасты күрәhеңме? – Күрәм. – Ағастың ботағында бер бәләкәй генә ҡош ултыра, күрәhеңме? – Күрәм. – Ә мин күрмәйем, – тигән. * * * – Ниңә һәр шәмбе һеҙҙең фатирығыҙҙа бесәй ҡысҡыра ул? – Мин уны йыуам… – Мин дә йыуам, минеке ҡысҡырмай бит улай! – Ә һеҙ уны һыҡмайһығыҙмы әллә? * * * Ҡартәсәһе ейәнсәренә ике һағыҙ алырлыҡ аҡса бирә лә: – Береһе – апайыңа, – ти. Әлиә тиҙ генә магазиндан ике һағыҙ һатып ала ла, әрсей һа- лып, ауыҙына ҡаба. Апаһы мәктәптән ҡайтҡас, ҡартәсәһе: – Апайыңдың һағыҙын бир, – ти. – Бәлтәмдең тишек кеҫәһенән төшөп ҡалған, – ти Әлиә. Ҡартәсәһе: – Алып кил, ҡыҙым, кеҫәңдең тишеген тегеп ҡуяйым, – ти. Әлиә кеҫәһен әйләндерә лә: – Тишеге лә юҡ булған, – ти. * * * Тарих дәресе бара. Уҡытыусы Кәримде баҫтырып: – Һинең ҡасандан алып минең дәрестә булғаның юҡ, Кәрим? – тип һорай. – Рим империяһы тарҡала башлағандан бире, ағай!..
"Аманат" журналынан.
Читайте нас