Һигеҙенсе класта уҡыған бала дауаханаға ауыр хәлдә эләгә. Ул ата-әсәһе менән яңы ғына Ҡытайҙың Хайнань утрауынан ялдан ҡайтҡан. Баланың хәле өйөнә ҡайтыу менән насарлана. Ҡытайҙағы ҡурҡыныс вирус тураһында ишеткән ата-әсәнең ҡото оса һәм шунда уҡ уны дауаханаға алып баралар. Малайҙы Стәрлетамаҡтың балалар дауаханаһына һалалар. Әле ул тулыһынса тикшерелгән, кәрәкле анализдар алынған.
Дауахананың баш табибы Борис Шәрипов белдереүенсә, ығы-зығыға нигеҙ юҡ. Уның фекеренсә, был коронавирус түгел. Малайҙан барлыҡ кәрәкле анализдарҙы алғандар, улар бер нисә көндән әҙер буласаҡ. Табиптар фекеренсә, был - ялдан ҡайтҡандан һуң балаларҙа һәм өлкәндәрҙә күҙәтелгән ғәҙәти киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы. Климатты үҙгәртеү шундай йоғонто яһағандыр, тиҙәр. Эй, Хоҙайым, хәҙер сөскөрһәң дә, бышҡырһаң да, мин дә коронавирусмы икән, әллә, тип шикләнәһең дә йөрөйһөң инде.