Яйыҡ
+13 °С
Ясно
Новости
4 Февраля 2020, 08:16

Нимә ул сарыҡ?

Учалы төбәктҽ өйрәнҽү музҽйында сарыҡ тҽгҽү буйынса мастер-класс үтте

Ошо көндәрҙә Учалы төбәктҽ өйрәнҽү музҽйында сарыҡ тҽгҽү буйынса уҡыуҙар үтте. “Тәүгҽ дәрҽстә күн мҽнән эшләү үҙҽнсәлҽктәрҽ тураһында һүҙ барҙы”, - ти үҙ сәхифәһендә мастер-класс биреүсе башҡорт милли костюм белгесе Азат Ғарипов. Учалы һәм Манитогорск ҡалаһынан оҫтабикәләр ҡатгаша.
Заманында сарыҡты төбәгебеҙҙә барыһы ла кейгән. Онотҡандарға белешмә бирәйек:
Сарыҡ башҡорттарҙың буҫтау ҡуңыслы, иләнмәгән тиренән эшләнгән традицион аяҡ кейеме. Уны ябай (4 һәм 6 ҡусҡарлы) һәм ҡатмарлы орнаментлыға (8, 10, 12) айыралар. Сарыҡтарҙы көндәлек тормошта, шулай уҡ байрамдарға йәки туйға кейгәндәр.
Ҡуңысының бейеклеге 40-60 см булған сарыҡты тубыҡ аҫтынан үрелгән ҡуңысбау, ҡысмау менән уратып бәйләп кейгәндәр.
Ҡуңысы арттан башҡорт орнаментлы аппликацилар һәм сигеү менән биҙәлгән.
Ирҙәр сарығы менән ҡатын-ҡыҙ сарығы биҙәктәре айырылып торған һәм төрлө сакраль мәғәнәгә эйә булған. Ҡунысына күн аппликацияларҙан тыш (төрлө геометрик киҫәктәр, мөгөҙ рәүешендәге кәкерсәктәр һәм башҡалар), аралаштырып йыш ҡына сигеүле биҙәктәр һалғандар. 4 һәм 6 ҡусҡарлы ябай биҙәк һәм 8, 10, 12 ҡусҡарлы ҡатмарлы ҡусҡар биҙәк ҡулланылған. Ирҙәр сарығының ҡунысына, үксә өҫтөнә, ситтәренә һәм башына һаҡлағыс итеп ярым түңәрәк, ромб йә өсмөйөш рәүешендәге күн киҫәктәре беркетелгән.
Сарыҡты тула ойоҡ һәм сылғау менән кейгәндәр.
Ильфат Янбаев
Читайте нас