-Әй, һеҙ бай ҙа инде!-Бай булғасығыҙ ни, шулай эре һөйләшәң инде!-Байҙарҙың байҙарса инде! Эйе, беҙ бай! Аллаға шөкөр! Ағзаларыбыҙ теүәл, аҡылыбыҙ камил, кәйефтәр көр, йөрәк йырлай! Балаларыбыҙ тубырлашып үҫеп килә, Аллаға шөкөр! Тәмле сәйле табыныбыҙ, яҡындарыбыҙ уҙыр түребеҙ, һыйынып ҡайтыр өйөбөҙ бар! Изгелекте, яҡшылыҡты күрер эскерһеҙ күңелебеҙ, яуызлыҡҡа, мәрхәмәтһеҙлеккә көрәшерҙәй аңыбыҙ бар! Юҡты бар итергә әҙер торған эшсе ҡулдарыбыҙ, ауырлыҡтар күтәрергә иңебеҙ, әрһеҙ елкә соҡоробоҙ бар тағы беҙҙең, Аллаға шөкөр! Байлыҡты алтын-көмөштә, шығырлап торған ҡағыҙҙа күргәндәр - бына һеҙ ярлыларҙың да ярлыһы, үәт!