Сәйер – ҡар ҙа яуа, иретә лә. Учалы метеостанцияһы мәғлүмәттәре буйынса, 5 февралгә ҡараған төндә 3,3 миллиметр ҡар яуҙы. Айлыҡ норма 17 мм тәшкил итһә, биш көндә генә 7,7 мм өҫтәлде.
Район хакимиәте белдерә: төндә ДРСУ предприятиеһының 4 дана техникаһы төндән алып ултыраҡ-ара юлдарҙы таҙартһа, таңғы 5-тән йәнә 18 дана техника ҡушылған.
Ауыл ултыраҡтары эсендә ҡар таҙартылыу өсөн урындағы хакимиәттәр яуаплы.
Тағын да ҡар яуыуы, буран сығыуы ихтимал, ти. Юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Ғәҙәттән тыш хәлгә тарығанда, “112” телефоны буйынса ҡотҡарыу хеҙмәтенә, йә 2-01-12 номеры буйынса райондың берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк.