Бер нисә йыл элек, 2012 йылда, Мәләүездән Айсина менән Николай Вишневскийҙар ғаиләһендә икенсе бала донъяға килә, әммә ҡырҡып алған саҡта табиптар Айсинаға бүтән балаларығыҙ булмаясаҡ тигән. Шул ваҡытта табиптар яңылыштан тағы бер хилафлыҡ ҡыла: ҡатындың эсендә тимер ҡыҫҡысты онотоп ҡалдыра. Ул турала ҡатын аңғармаҫтан, өс йыл үткәс, эсе ауыртыуына сыҙамай тикшерелергә килгәс кенә белеп ҡала. Рентген Айсинаның эсендә 20 сантиметрлыҡ тимер ҡыҫҡыс барлығын күрһәтә. Уны алыр өсөн бер нисә сәғәтлек ҡатмарлы операция талап ителә.
Ҡатын ғәҙеллек юллап, "хәтерһеҙ" табиптарҙан күпме булһа ла компенсация талап итергә йыйынып, судҡа мөрәжәғәт итә. Тик ул ваҡыттағы табиптар командаһы тулыһынса алмашынған булыуы ҡатмарлыҡтар тыуҙыра.
Республиканың Юғары суды 2018 йылдың майында ҡатынға 700 мең түләтергә тигән ҡарар сығара. "Минән ғәфү үтенгән кеше лә булманы", тип һөйләй Айсина, табиптарҙың битарафлығына аптырап.Тағы бер ғәжәп хәл, быйыл табиптарҙың, түлһеҙ, тип ҡуйған диагнозаынан һуң Айсина өсөнсөгә әсәй буласаҡ.