Йыл башынан Башҡортостандың федераль трассаларында 59 фотовидеотеркәү камераһы эшләй башланы. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, өс көндә 2078 материал эшкәртеүгә ебәрелгән.Баланс тәьмин итеүсенең билдәһеҙ булыуы сәбәпле былтыр сентябрь уртаһынан уларҙы өҙгәйнеләр. “Урал буйы” юл идаралығы, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы араһында юл камераларын файҙаланыу буйынса өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды.Килешеүгә ярашлы, юл идаралығы — техник хеҙмәтләндереү, метрологик оҙатыу һәм комплекстарҙың бәйләнеш каналдары өсөн түләү, Эске эштәр министрлығы — административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында ҡарарҙар сығарыу, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты фотоматериалдарҙы эшкәртеү һәм ҡарарҙарҙы почта аша ебәреү өсөн яуаплы.Әлеге көндә республика юлдарында бөтәһе 305 камера эшләй. Йыл аҙағына уларҙың һаны 540 берәмеккә етәсәк. Киләһе йылда иһә меңдән ашыр тип күҙаллана. Юл хәрәкәтен боҙоусылар түләгән штраф Башҡортостандың Юл фондына килә.