Яйыҡ
+30 °С
Ясно
Новости
6 Февраля 2020, 06:37

Конкурс иғлан ителде: “Иң матур ауыл” һәм “Өлгөлө йорт”.

Ярыш тик район ултыраҡтары араһында, 1 февралдән 2 октябргә тиклем осорҙа барасаҡ.

Учалы район Советы ҡарары менән берсә ике муниципаль конкурс иғлан ителде: “Иң матур ауыл” һәм “Өлгөлө йорт”.
1 февралдән 2 октябргә тиклем осорҙа барасаҡ. Заявкалар 2020 йылдың 11 сентябренә тиклем ҡабул ителә. Эксперт комиссиялары 14-25 сентябрь дәүерендә урындарға сығып дәғүәселәрҙе ҡарауҙары күҙаллана. 28 сентябрь – 2 октябрь һөҙөмтәләр йомғаҡланып, еңеүселәрҙе бүләкләү Республика көнө тантанаһында үтәсәк.
Һәләк тә тос дәртләндереү бүләктәре ҡаралған. “Иң матур ауыл” конкурсында 1-се урын – 150 мең, 2-се урын – 100 мең, 3-сө урын – 50 мең һум. “Өлгөлө йорт” конкурсында 1-се урын – 30 мең, 2-се урын – 20 мең, 3-сө урын – 10 мең һум. Аҡсалата приздан тыш, “Өлгөлө йорт – 2020” тигән алтаҡталар ҙа тапшырыласаҡ.
Төбәгебеҙҙәге 88 ултыраҡтың барыһы ла көс һынап ҡарарға теләк белдереүе мөмкин. Ваҡыт бар әле – тәүәкәлләгеҙ! Юғиһә, айырым яҡташтарыбыҙ үҙ ваҡытынды әүҙемлек күрһәтеп ҡыбырламай ҙа, аҙағынан башҡа ауылдарҙың уңыштарына көнләшеп, социаль селтәрҙәрҙә мыжыҡ ҡарсыҡ кеүек “бумбылдап” ултыра торғандар... Ятып ҡалғансы, атып ҡал, тип эш итә торған мәл әле.
Ниндәй критерийҙар буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк? “Иң матур ауыл” конкурсында: ауыл тарихы; таҙалыҡ, тәртип-бөхтәлек; ауылға ингән урында стела урынлаштырылыу; шишмә, ҡойо, һыу колонкаларының тәрбиәләп тотолоуы; мәҙәни, тарихи ҡомартҡылар; юл-урамдар торошо; ауылдың нисек яҡтыртылыуы; урам исемдәре, өй номерҙары күрһәтелеү; ултыраҡтың йәшелләндерелеүе; ял, спорт объекттарының торошо; һәйкәл-обелисктарҙың торошо; ауылда йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге; ултыраҡтың социаль селтәрҙәрҙә үҙ сәхифәләре булыуы, ундағы активлыҡ; урындағы депутаттар эшмәкәрлеге; спиртлы эсемлектәр менән законһыҙ сауҙаға ҡаршы көрәш; демография күрһәткестәре һәм башҡа. Халыҡтың ауылды матурайтыу буйынса эштәрҙә ҡатнашыу әүҙемлеге лә иҫәпкә алынасаҡ.
“Өлгөлө йорт” конкурсында әһәмиәт биреләсәк критерийҙар: йорт, кәртә, ҡаралтыларҙың тышҡы ҡиәфәте; таҙалыҡ һәм бөхтәлек; ихата биләмәһе зауыҡ менән биҙәлеүе; йәшелләндерелеү; урам исеме, өй номеры күрһәтелеү; санитар һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре теүәл күҙәтелеүе һәм башҡа. Әйткәндәй, йортта йәшәүселәрҙең тәртибе һәм абруйы, йорт-ергә эйәлек биргән документтарҙың булыу-булмауы, һалымдарҙың ваҡытында түләнеү-түләнмәүе лә иғтибарға алынасаҡ.
Бөтә мәғлүмәт, заявка өлгөләре менән район хакимиәтенең рәсми сайтында танышырға мөмкин -https://uchaly.bashkortostan.ru/documents/active/270050/
Илфат Янбаев
Читайте нас