#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
"Мәҙәниәт" милли проекты сиктәрендә районыбыҙҙа мәҙәни усаҡтар ремонтланыуын дауам итә.
Район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов үҙ сәхифәһендә сираттағы объект - Сәфәр ауылындағы мәҙәниәт йортоноң ремонтланасағы хаҡында белдерҙе.
- Сәфәр - районыбыҙҙа ҙур ауылдарҙан һанала. Унда 1500-ҙән ашыу кеше йәшәй. Мәҙәниәт йорто күптән ремонт талап итә ине. Беҙ уны уңайлы, яҡты һәм зауыҡлы итергә тырышырбыҙ, - тип яҙҙы Руслан Ғәлийән улы үҙ диуарында.
Фото хакимиәт башлығы сәхифәһенән алынды.