Яйыҡ
+16 °С
Ясно
Новости
6 Февраля 2020, 10:50

Йорт һалырға субсидия бирәләр

Йорт һалырға субсидия бирәләр, ошо хаҡта “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларының үҫеше” Бөтә Рәсәй кәңәшмә-семинарында әйтелде

Өфөлә “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү һәм хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларының үҫеше” Бөтә Рәсәй кәңәшмә-семинары үтте.
Кәңәшмә-семинарҙа ауылдағы бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мәсьәләләре, шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙы бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа әйләндереү маҡсатында үҫтереү юлдары тикшерелде. 2020-2022 йылдарҙа Башҡортостанда ауылдарҙы төҙөкләндереүгә 4,7 миллиард һум бүлеү ҡаралған, шуның кәмендә өс миллиард һумы федераль ҡаҙнанан биреләсәк. Был – ил төбәктәре араһындағы иң яҡшы күрһәткестәрҙең береһе. Әйткәндәй, был эш ошо аҡсаны үҙләштергәндән һуң да дауам итәсәк, сөнки өҫтәмә аҡса бүлеү күҙ уңында тотола. Был сумма субсидия биреү ысулы менән торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә, газ һәм һыу тәьминәтен булдырыуға, юл һалыуға йүнәлтеләсәк. Ауылдарҙы комплекслы үҫтереү сиктәрендә ете муниципаль районда 11 проектты тормошҡа ашырыу күҙ уңында тотола.
Читайте нас