Бәхетем артта ҡалған икәнГел бергә булды был бишәү. Ҡыш көндәре йөрөргә сыҡҡанда тау шыуалар, ҡар бәрешәләр. Ҡайһы берҙә оло йәштәге әбейҙәрҙең ҡапҡа төбөндәге ҡарҙарын көрәйҙәр. Ишелеп ятҡан утындарын өйөп китәләр. Үҙҙәре көлөшәләр: «Беҙ - Тимур командаһы».Бигерәк тә Кәримә әбейҙе ҡыҙыҡ итә улар. Көндөҙ барып эшен эшләшәләр, ҡайһы бер көндө барыһында ла булған аҡсаларын йыйып, магазиндан тәмлекәстәр алып:- Бына һеҙгә ҡаланан ярҙам ебәргәндәр. Ауыл Советынан һеҙгә биреп ебәрҙеләр, - тип, тапшырып китәләр.Кәримә әбей: “Мине хөкүмәт бер ҙә генә онотмай”, - тип шатлана-шатлана йәшәй.Кәримә әбей ике ул үҫтергән. Оло улы Искәндәр Афған һуғышында булған. Ҡайтҡас, 38 йәшендә генә вафат булған. Кесе Фаил улы 20 йәшендә һыуға батып һәләк булған. Ул яңғыҙы йәшәй, Рәилдәргә күрше генә. Барыһын да күреп йөрөгән Рәил күрше әбейгә ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер. Әсәһе лә Рәилгә: «Үткән саҡта һыуын керетеп бир, ваҡытың булғанда ихатаһын һепереп сыҡ. Оло кешенең рәхмәтен алып йөрө, балам!» - тип иҫкәртеп тора.Бишеһе лә эшләп үҫкән ауыл балалары. Күңелдәре лә эскерһеҙ уларҙың. Доньялағы хәлдәрҙе, тәртипһеҙлекте, эскелекте, ҡайһы бер йәштәрҙең тилелеген күреп йөрөгән ата-әсәләре бик ҡыуана ине уларға ҡарап.Йәйге каникулдар яҡынлаша. Сығарылыш кисәһе етте. Аэлита яҡшы укыны, мәктәпте алтын миҙалға тамамланы. Рәилдең дә имтихан һөҙөмтәләре бик яҡшы булды. Фәтих, Алһыу, Залина “4” һәм “5” билдәләренә генә тамамланылар 11-се класты.Бик матур сығарылыш кисәһе уҙҙы. Йәштәр үҙ-ара ҡайҙа уҡырға барыуҙары тураһында бер-береһенә бер нәмә лә һөйләмәнеләр, сөнки БДИ һөҙөмтәләрен белмәйенсә ниндәйҙер план ҡороу дөрөҫ түгел, тип һананылар.Июль башында Рәил Өфөлә ҙур медкомиссия үткәндән һуң документтарын алып, ауылдан сығып китте. Дуҫтарына бер ни әйтмәне, Аэлита менән дә хушлашманы. Уны юғалтҡан дуҫтары егеттең ата-әсәһенән Рәилдең алыҫ ҡалаға хәрби булырға уҡырға китеүен әйттеләр.****Йәйҙең матур эҫе көндәре. Ауылда бесән эшләү осоро башланды. Фәтих көн дә ата-әсәһе менән бесән эшләргә йөрөнө. Шар буйҙарын ҡул менән саптылар, ҡул менән өйҙөләр. Бер көн килеп ярты көндә ҙур кәбән ҡойоп ултырттылар. Кәбәнде Фәтих осланы, ҙур, бейек килеп сыҡты. Бына эште лә тамамланылар. Атаһы:- Әйҙә, улым, шыуып ҡына төш, арҡан да ташлайым, тотон, - тип ҡысҡырҙы.Йәш егет өсөн арҡанға тотоноп төшөү ҡыҙыҡ тойолманы. Алдан һәнәген ташланы ла ҙур тиҙлек менән аҫҡа шыуҙы. Ә ерҙә уны бәхетһеҙлек көтә ине. Кирегә боролоп ҡаҙалған һәнәк, тештәрен ыржайтып уны көтә ине. Шыуып килгән егет үҙенең көнө буйы эшләгән эш ҡоралына ҡаҙалды. Шулай аяныслы рәүештә, ҡурҡыныс булып, ҡанға батып ғүмере өҙөлдө Фәтихтең. Быны күргән ата-әсәгә Хоҙай ярҙамын бирмәһә йөрәгең шартлап, ергә батырға була. Әсәһе күрмәй ҡалды, хәлде аңлап ҡалған атаһы бар көсөнә һәнәкте тартып алды. Тик һуң ине инде.Ауыл халҡы өсөн был хәбәр ҡап-ҡара болот баҫып килгән ямғыр кеүек булды. Һәр ғаиләлә күҙ йәше түгелде. Күрше-күлән, ағай-эне, уҡытыусылар – барыһы өсөн дә был ҙур ҡайғы ине. Фәтихте өҙөлөп һөйгән Алһыу өсөн дә был хәл беренсе ҙур ҡайғы булды.Шаян, аралашыусан, аҡыллы егетте юғалтыу һәр кем өсөн дә ауыр тәьҫир итте. Алыҫта йөрөгән Рәил генә белмәй ине был ҡурҡыныс хәлдеРәилдең хәрби училищеға уҡырға инеүен белгәс, Аэлита документтарын Өфөгә алып барырға, авиация институтына укырға керергә уйланы.Уҡып йөрөгән сағында унын күҙе 40 йәшлек уҡытыусыға төштө. Әнүәр Шәфҡәтович та Аэлитаға күҙ һалды, улар осраша башланылар. Бер йылдан Аэлита үҙе теләгәнсә бай, дүрт бүлмәле фатир хужабикәһе булып китте. Бик ҡыйбатлы марка машиналары ла бар ине. Бергә йәшәүҙәренә дүрт йыл ваҡыт уҙҙы. Аэлита уҡыуын тамамланы. Диплом алды. Шуны ғына көткән Әнүәр Шәфҡәтович:- Аэлита, беҙгә бала тураһында уйларға ваҡыт, уҡыуҙы тамамланың, әйҙә бәпәй алайыҡ, - тигәс, Аэлита ҡәтғи рәүештә ҡырт киҫте:- Юҡ, мин әҙер түгел.Үҙе эстән генә, миңә бары 25 йәш, өлгөрөрмөн әле, шундай матур буй-һыным юғаласаҡ. Бер вакытта ла яңынан шундай нәҙек билем булмаясак.Күңелһеҙ ине Аэлитаға, ваҡытты башлыса эштән һуң өйҙә уҙғаралар. Байрам көндәре ресторанға барып киләләр. Нимәлер етмәй ине Аэлитаның