Яйыҡ
+31 °С
Облачно
Новости
8 Февраля 2020, 11:25

Бәхетем артта ҡалған икән

Шулай бер көн Әнүәр Шәфҡәтович өс көнгә командировкаға китте. Көн дә шылтыратып, ҡатынының хәлен белеп торҙо.Бер көн шулай Аэлита уның менән һөйләшеп, трубканы һалғас, уға шул тиклем моңһоу булып китте. Былай ярамай. Киске ҡала бик матур, сығып йөрөп инәйем әле тип, йәйәүләп сығып китте. Үҙәк урам буйлап барҙы. Ресторанға инеп ултырып сығырға булды.Ресторанда кеше тулы ине, бик матур көй яңғырай. Аэлита буш өҫтәлгә барып ултырҙы. Унда ҡаршы өҫтәлдә өс ир-ат ултыра ине. Араларында бер егет Аэлитаға әленән-әле күҙ һалды. Талғын көй яңғыраны. Теге егет урынынан тороп Аэлитаны бейергә саҡырҙы:- Һаумыһығыҙ! Мин Заһир булам, һеҙҙе бейеүгә саҡырырға мөмкинме?- Мин – Аэлита. Мине бейергә саҡырырға мөмкин, - тип яуапланы.Икәүләп көлөшөп алдылар һәм бейергә төштөләр.Заһир Аэлитаны бик оҡшатты. Уныһы ла Заһирҙан айырылаһы килмәне. Шулай ҙа Заһир, Аэлитаны оҙатып, ҡайҙа йәшәгәнен белеп, телефон номерын алды. Төнгө 12 булып киткән икән. Үҙҙәрен шундай бәхетле тойған йәштәр ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәнеләр. Тағы осрашырға һөйләштеләр.

дауамы
Шулай бер көн Әнүәр Шәфҡәтович өс көнгә командировкаға китте. Көн дә шылтыратып, ҡатынының хәлен белеп торҙо.Бер көн шулай Аэлита уның менән һөйләшеп, трубканы һалғас, уға шул тиклем моңһоу булып китте. Былай ярамай. Киске ҡала бик матур, сығып йөрөп инәйем әле тип, йәйәүләп сығып китте. Үҙәк урам буйлап барҙы. Ресторанға инеп ултырып сығырға булды.Ресторанда кеше тулы ине, бик матур көй яңғырай. Аэлита буш өҫтәлгә барып ултырҙы. Унда ҡаршы өҫтәлдә өс ир-ат ултыра ине. Араларында бер егет Аэлитаға әленән-әле күҙ һалды. Талғын көй яңғыраны. Теге егет урынынан тороп Аэлитаны бейергә саҡырҙы:- Һаумыһығыҙ! Мин Заһир булам, һеҙҙе бейеүгә саҡырырға мөмкинме?- Мин – Аэлита. Мине бейергә саҡырырға мөмкин, - тип яуапланы.Икәүләп көлөшөп алдылар һәм бейергә төштөләр.Заһир Аэлитаны бик оҡшатты. Уныһы ла Заһирҙан айырылаһы килмәне. Шулай ҙа Заһир, Аэлитаны оҙатып, ҡайҙа йәшәгәнен белеп, телефон номерын алды. Төнгө 12 булып киткән икән. Үҙҙәрен шундай бәхетле тойған йәштәр ваҡыттың үткәнен дә һиҙмәнеләр. Тағы осрашырға һөйләштеләр.Өйгә ҡайтҡас, Аэлита һушына килде – уның бит ире бар! Әнүәр Шәфҡәтовичҡа нимә әйтер? Үҙе теләгән байлыҡ бар. Нимә етмәй һиңә, Аэлита? Аңланы. Йәшлек һәм мөхәббәт етмәй уға.Ҡатын 16 йәшлек ҡыҙҙар кеүек Заһир менән ҡасып осраша башланы. Эштән һуң өйҙә ултырған Аэлитаның кистәрен юғалып ала торған ғәҙәте барлыҡҡа килде.- Бөгөн бергә эшләгән ҡыҙҙар менән кафела ултырҙыҡ. Бер ҡыҙҙың тыуған көнө булды. Отчетты ваҡытында өлгөртмәнем, ҡалып эшләргә тура килде һәм башҡалар, һәм башҡалар.Быны һиҙеп йөрөгән Әнүәр Шәфҡәтовичтың да бер мәл түҙемлеге бөттө:- Аэлита, йә туҡтатаһың был аңлашылмаған юғалыуҙарҙы, йә китәһең...Аэлитаға шул ғына кәрәк ине, сөнки Заһир уға тәҡдим яһаны, үҙенең өйөнә күсеп килеүен һораны. Ҡатын әйберҙәрен йыйҙы ла сығып китте. Заһир ҡиммәтле машинаһында көтә ине инде уны.Заһир менән Аэлита өс йыл бик бәхетле йәшәнеләр. Һуңынан Заһирға ла бала кәрәк булды. Аэлита үҙенең һоҡланғыс нәҙек билле фигураһын йәлләп:- Заһирым, күҙ нурым, миңә бары 29 йәш кенә. Әҙ генә һуңыраҡ, йәме, - тип юхаланы.Йылдар үтә торҙо, тағы ике йыл ғүмер үтеп китте. Һуңғы арала Заһир кистәрен һуң ҡайта башланы. Бер-ике көнлөк командировкалар ҙа йышайҙы. Быны һиҙгән Аэлита:- Заһир, йәнем, һин эшеңдә оҙаҡлай башланың. Мине лә элекке кеүек әленән-әле ресторанға йөрөтмәйһең, - тип иркәләне.- Аэлита, бәғерем, һиңә әленән-әле матур күлдәктәр алыр өсөн, яны машинаны түләп бөтөрөр өсөн аҡса кәрәк. Ә аҡсаны көн-төн эшләргә кәрәк, - тип кенә яуапланы.Бер көн шулай күрше районда ҡунып ҡалам, иртәгә ҡайтырмын, тип шылтыратҡас, Аэлита киске ҡала буйлап йөрөргә сыҡты. Һуңғы арала ул шулай эштән һуң ғына йәйәүләп ҡайта - һауа һулап, киске ҡалаға һоҡланып. Үҙәк урам буйлап килә торғас, Заһир менән танышҡан ресторанға инеп сығырға булды. Ресторанда дәртле көй яңғырай, бер төркөм йәштәр бейей, арғы остағы тәҙрә янындағы өҫтәлгә барып ултырҙы. Бер сынаяҡ кофе алды. Шул саҡ күҙе тәҙрәгә төштө. Уларҙыҡы кеүек маркалы машина туктаны. Машинанан Заһир һәм бик сибәр ҡыҙ төштө. Уның өҫтөнә Заһир машинанан алып шәшке тун япты. Тундың этикеткаһы ла алынмағайны. Улар ресторанға ҡарай атланылар. Көлөшә-көлөшә килеп инделәр һәм түрҙән уҙҙылар. Бер нәмә күрмәйенсә Аэлита ултырған өҫтәл яғына уҙҙылар. Заһир үтеп барышлай Аэлитаны күреп, шаҡ ҡатты, йөҙөнән йылмайыуы китте.Быны күргән Аэлита:- Күрше район бик яҡынайған икән, иптәш Ғарифуллин.Заһир ыҡ-мыҡ итте.- Минең бындай күк шәшке туным юҡ. Ҡараһы ғына бар. Бик йомартланғанһың икән, - тип ҡыҙҙың өҫтөндәге тунды тартып алып иҙәнгә ташланы ла өҫтөнән атлап ресторандан сығып китте Аэлита.Шул уҡ төндө әйберҙәрен йыйып, такси менән үҙенең ҡала уртаһындағы өс бүлмәле фатирына ҡайтып китте.Аэлита бик дөрөҫ эшләгән булған - ул үҙенә фатир алып, ипотека түләй ине. Заһир уны түләргә бик ярҙам итте, әлбиттә. Шундай ауыр көн килгәндә фатиры булыуына бик шатланды.Заһир һуңынан килеп ғәфү үтенеп йөрөһә лә Аэлита ирен ғәфү итә алманы.****Алһыу Фәтихте юғалтҡас, ҡайғыға батты. Фәтих уны яратмаһа ла Алһыуға бик рәхәт ине. Шаян егет әленән-әле көлдөрөп, ҡыҙыҡ хәлдәр һөйләп ҡыҙҙарҙың күңелен таба белде. Беренсе мөхәббәтенең булыуы яҡты йондоҙ кеүек тормош юлынан барғанда яҡтыртып тора кеүек тойола ине ҡыҙға.Шәфҡәт туташы булырға ҡарар ҡылды Алһыу. Ҙур ҡалаға барып уҡып, һөнәр үҙләштерҙе. Уҡыуын тамамлап, эшләй генә башлаған ине Алһыуға тағы ҡара ҡайғы килде - әсәһе үлеп китте.Һөнәрем, эшем бар тип, ҡалала ҡалды. Юлында бик яҡшы Юлай исемле егет осраны. Тормош башлап ебәрҙеләр. Фатир алдылар, ике улдары тыуҙы. Йылдар үтә торҙо уландары үҫте. Олоһона - 15, кесеһенә 10 йәш тулды. Алһыу үҙе ҡаланың үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләне.Шулай бер көн барыһы ла иртән кем эшкә, кем уҡыуға йыйынды. Иң һуңғы булып һәр саҡ Алһыу өйҙән сығып китә ине. Ә бөгөн дауаханаға тикшереү килеү сәбәпле, Алһыу өйҙән иртәрәк сыҡты. Өйҙә оло улы ғына ҡалды. Эшкә йүгереп барып бер сәғәт ваҡыт уҙыуы булды - телефоны шылтыраны. Олы улы шылтырата.- Эйе улым, тыңлайым.- Был һеҙҙең улығыҙ түге. Мин һеҙҙең участковыйығыҙ булам. Һеҙгә ҡайғылы хәбәр менән шылтыратам – улығыҙ балкондан ҡолап төшөп үлде. Тиҙ арала өйгә ҡайтыуығыҙҙы һорайым.- Нисек үлде? Һеҙ яңылышмайһығыҙмы?- Юҡ, яңылышмайым. Беҙ һеҙҙең фатирығыҙҙабыҙ. Күршеләрегеҙ улығыҙҙы таныны.Был ҡот осҡос һүҙҙәрҙән әсә кеше аҡылын юйырлыҡ хәлгә етте. Бәлки, яңылышаларҙыр. Илдар улы мәктәпкә барырға йыйынып ҡалғайны бит. Нисек инде... Эштә ике һүҙ менән генә аңлата алды хәлде. Алһыуҙы тиҙ ярҙам машинаһы менән өйөнә ҡайтарып ебәрҙеләр.Биш минутлыҡ ара бер сәғәтлек булып тойолдо. Подьезд ҡаршыһында милиция машинаһы, халыҡ күп йыйылған. Машинанан йүгереп төшөп, Алһыу ерҙә ятҡан кеше янына йүгерҙе. Өҫтөнә нәмәлер ҡапланған ине. Бар көсөнә асып ебәрҙе. Улы, Илдары ине. Бар көсөнә ҡысҡырып илап, улына ташланды.- Ниңә улай иттең, балам? Барыһы ла яҡшы ине бит. Нимә булды, балам?Улы дүртенсе ҡаттан ташланып үлгән. Был хәлдең булыуы мөмкин түгел. Иртән баланың кәйефе лә яҡшы ине. Һуңғы көндәрҙә генә әллә нисә “5”-ле алып ҡайтҡан ине. Ошондай ҡайғы аша үткән ата-әсәләр аңлай алалыр Алһыу менән Юлай нәмә кисергәнен. Ниңә, ни өсөн, тигән һорау менән уҙалыр моғайын бындай ҡайғы кисергән кешеләрҙең ғүмере.Улын ерләгәс, уылға әсәһе ҡәберенә ҡайтып киләһе килде Алһыуҙың. Ҡыйын саҡтарҙа был донъяла әсәйгә һыйынаһың, ауырлыҡтарҙы һөйләйһең, уртаҡлашаһың. Алһыуҙың да әсәһе ҡәберенә барып һөйләшәһе килде.Ниңә был доньяла байлыҡ тик бер генә кешегә бирелә? Бәхет тик берәүҙәргә генә, ҡайғы артынан ҡайғы тик бер генә кешегә килә икән? Ошо һорауҙар тынғы бирмәне Алһыуға.Бала сағында атаһы үлеп китте. 11-се класты тамамлауға үлеп ғашиҡ булған егет Фәтих мәңгелеккә китте. Уның артынан әсәһе. Бына тағы улы.Ниңә ғәҙел түгел икән был донъя?!****Залина 11-се класты тамамлаған йылы Сочи яҡтарынан ике туған апалары бер айға ҡунаҡҡа килде.- Беҙҙең яҡтарҙа ла шулай йылы. Көҙөн-яҙын да бик йылы.- Әйҙэ Залина беҙҙең яҡтарға барайыҡ. Уҡыу йорттары ла бик күп. Һөнәр алырһың, эшкә керерһең. Оҡшатһаң, йәшәргә ҡалырһың, - тип Залинаны үҙҙәре менән Сочи яғына алып сығып киттеләр.Ысынлап та, Залина бик оҡшатты был яҡтарҙы. Менеджер һөнәрен үҙләштерҙе, биш йыл уҡығандан һуң, юғары уҡыу йортон тамамланы. Бергә университетта уҡыған рус егетенә кейәүгә сыҡты. Бик яҡшы кеше осраны уға. Залинаны бик яратты ире Дима.- Татарочка ты моя, - тип ҙурлап ҡына торҙо ул Залинаны.Улы Саша, ҡыҙҙары Алена үҫте.Улдары 20 йәшкәеткәс, үҙенең йөрөгән ҡыҙын таныштырырға килтерҙе.- Познакомся мама, это Нэля, моя будущая жена.Уға эйәреп килгән ҡыҙ оялсан ҡуйы ҡара сәсле һылыу ҡыҙ ине.- Һаумыһығыҙ Залина апай. Нэля түгел мин, Нилә булам, - тип әйтелгән ысын башҡортса һүҙҙәр яңғыраны.Шаҡ ҡатырҙы Залинаны. Йөрәгенә май булып ятты был һүҙҙәр. Рәхәтләнеп һөйләште Нилә менән. Башҡортостандан килгән был ҡыҙ. Бер туғаны кеүек яҡын булды.Ике айҙан гөрләтеп туй яһап килен дә булып ҡуйҙы.Заринаның ире Дима ла бик оҡшатты Ниләне. Мусульманочки наши тип ҡыҙҙарҙы ҙурлап ҡына торҙо.Мусульманочки умеют ухаживать за мужьями, правильно воспитали их мамы. А как хорошо и вкусно они готовят! Бишмармак, учпучмак, куймак. Лапшу вкусно делают.
Какие они скромные, воспитанные. Я правильно сделал что женился на татарочке. Сын Саша тоже молодец! - Дима һәр саҡ шулай маҡтап торҙо ҡыҙҙаарҙы.Шулай ҙа Залина шуны аңланы - әҙәм балаһы олоғая барған һайын үҙ теленең матурлығын, яҡынлығын аңлай. Өйҙә үҙҙәре генә булған саҡта Нилә килене менән береһе татарса икенсеһе башҡортса һөйләшеп хәбәрҙәре бетмәй уларҙың. Үҙ милләтеңдән булған кешегә кейәүгә сығып, ҡартайғансы тигеҙ йәшэп, үҙ динеңде тотоу үҙе бәхеттер, тип уйлай Залина.****Йылдар уҙҙы. Бына бөгөн мәктәпте тамамлауға 25 йыл тулыу айҡанлы осрашыуға йыйылғандар.Был осрашыуҙы Рәил ойошторҙо. Класс етәкселәре Зарима Нурулла ҡыҙы менән кәңәшләшеп көнөн билдәләнеләр. Июль айының беренсе шәмбеһенә тәғәйенләнеләр. Адрестарын асыҡланылар, әтә-әсәләр аша хәбәр ебәрттеләр. Барыһын да йыйырға теләп, ғинуар айынан башланылар был эште.Аэлитаға, Алһыуға, Заринаға һәм башҡаларға ла хәбәр ебәрелде. Барыһы ла был осрашыуға ҙур теләк менән ҡайтты.Тик бер кеше юҡ ине. Шаян һүҙле - Фәтих. Һәр береһенең күңелендә уға ҡарата һағыныу тойғоһо уянды.Зал тулы кеш. Барыһы ла килгән. Зарима Нурулла ҡыҙы 11-се класҡа тиклем класс етәкселәре булды.Бына бер саҡ залға хәрби кейемдә оҙон буйлы, матур кәүҙәле һөйкөмлө ир килеп инде. Уның ҡосағы тулы рауза сәскәләре ине.Янында бик матур, күпкә йәшерәк сибәр ханым рауза сәскәһенән гөлләмә тоткан, улар бергә инделәр, түргә уҙҙылар. Был Рәил һәм уның яратҡан сибәр кәләше Айдина ине.Рәил иң ҙур гөлләмәне укытучыһы Зарима Нурулла ҡыҙына бүләк итте. Икенсе ҙур гөлләмәне Аэлитаға бирҙе, ҡалған сәскәләрҙе ҡыҙҙарға таратты.Рәилде нисә йылдан һуң күреп, уның оҙон буйына, сибәрлегенә һушы китте Аэлитаның. Сәскәне ҡулына алғас таайный алмай торҙо.Гөрләп осрашыу кисәһе башланып китте. Сығыштарҙан һуң, концерт, киске аш булды. Артабан дискотека башланды.Барыһы ла ҡыҙып бейегән саҡта Рәил Аэлита янына килеп, хәлен һорашты. Аэлита һүҙҙәрен теҙҙе:- Бик күп йылдар үтеп китте күрешмәгәнгә. Теге саҡта ауылдан кинәт кенә сығып киттең. Һин киткәс, бик юҡһындым. Янымда Рәил һәр саҡ йөрөр, тип уйлағанмынмы икән инде тилекәй.Бөгөн һине күргәс, шуны аңланым - һин минең беренсе мөхәббәтем булғанһың. Мин быны ваҡытында аңламаным. Ә ғүмер үтте лә китте. Юлымда яҡшы кешеләр осраны, уларға бала кәрәк булды, миңә кәрәкмәне. Нескә билемде йәлләнем. Хәҙер нескә билем дә, һомғол буй-һыным да юғалды, йәшлек йылдары, матур саҡтар артта ҡалды.Барлыҡ кешеләргә әйтәһем килә: янығыҙҙағы һөйгәндәрегеҙҙе, тормош иптәшегеҙҙең яҡшы яғын да күрә белегеҙ. Ул - һеҙҙеке, һеҙ – уныҡы. Хоҙай тарафынан ҡауышҡанһығыҙ, ҡәҙерен белегеҙ бер-берегеҙҙең, айырылыуҙарға юл ҡуймағыҙ.Үҙемдең бәхетемде ваҡытында күрә белмәгәнмен. Ул - һин булғанһың. Бәхетем артта ҡалған икән.Сафия МӨСЛИМОВА,Ахун ауылы.
Читайте нас