Яйыҡ
+23 °С
Облачно
Новости
10 Февраля 2020, 10:28

50 меңдән ҡолаҡ ҡаҡты

Яҡташыбыҙҙы иптәше төп башына ултыртты

26 йәшлек Учалы уҙаманы вахта ысулы менән Силәбе өлкәһендә эшләй. Берҙе, эштән һуң, иптәштәре менән хәмер һемерәләр. Икенсе көнөнә банк картаһын ҡараһа, аҡса ҡайҙалыр ғәйеп булғанлығын күрә. Учалыға ҡайтҡас, полицияға мөрәжәғәт итә.
Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, хәл-шарттар түбәндәгесә төҫмөрләнә. Бергә “ҡунаҡ булған” 22 йәшлек Белорет районы егете яҡташыбыҙҙың кеҫә телефонын һорай. Йәнәһе лә, социаль селтәргә инеп ниҙер ҡарарға кәрәк булып китә. Ә үҙе, иптәшенең хәйләһеҙлеге менән файҙаланып, уның иҫәбендәге 50 мең тәңкәне әхирәтенең иҫәбенә күсерттерә. Һуңынан ҡулына төшөрөп, үҙе тотона.
“Урлашыу” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.
Илфат Янбаев
Читайте нас