Яйыҡ
+32 °С
Ясно
Новости
10 Февраля 2020, 05:55

Өфөлә "аҡыллы" туҡталыштар эшләй

Белеүебеҙсә, заманса "аҡыллы" туҡталыштар уҙған йылда Өфөлә урынлаштырылғайны. Барлығы халыҡ файҙаһына 106 ҡоролма ҡуйылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Белеүебеҙсә, заманса "аҡыллы" туҡталыштар уҙған йылда Өфөлә урынлаштырылғайны. Барлығы халыҡ файҙаһына 106 ҡоролма ҡуйылды. Улар пассажирҙар өсөн бик уңайлы, тип хәбәр итә "Йәшлек" гәзите. "Аҡыллы" туҡталышта электрон табло (автобус маршруттары хаҡында мәғлүмәт), "хәүеф төймәһе", USB-порт, Wi-Fi роутеры, тауыш көсәйткестәр, хатта сәғәт һәм көн торошо тураһында яҙма бар. Ватылмаһа, йәки ҡыйратылмаһа, бик матур һәм уңайлы туҡталыш.
Был заманса яңылыҡтар 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Фото "Башинформ"дан.
Читайте нас