Уссурийск ҡалаһында прокуратура бер уҡытыусыны тикшерә башланы. Уҡыусыларына һүгенеү һүҙҙәренең дөрөҫ яҙылышын дәрестә, таҡтаға аҡбур менән яҙып төшөндөрөүе асыҡланды. Үҙенсәлекле, “ҡыйыу” мөғәллимә булып ҡыланырға аҙапланыуы өсөн хәҙер үҙе лә үкенәлер инде. Ә дөрөҫөн генә әйткәндә, был уҡытыусыға ни ғәжәпләнәһе инде, Рәсәйҙең яңы мәҙәниәт министры Ольга Любимованың хәшәрәт һүгенеү яҙылған футболка кейеп төшкән фотоһы интернетта киң таралыуы бер ҙә мәҙәниәт (!) министры итеп ҡуйылыуға ҡамасауламаны.... Нисек кенә булмаһын, бортаҡ һүҙҙәрҙән алыҫыраҡ йөрөйөк, яҡташтар: беренсенән, ғонаһ, ә икенсенән – үҙ дәрәжәңде үҙең төшөрөү бит был, тупаҫлыҡты, әҙәпһеҙлекте, күңел әшәкелеккә тартылыуҙы күрһәтеү.