Яйыҡ
+25 °С
Ясно
Новости
10 Февраля 2020, 06:30

Велосипед ни өсөн кәрәк?

Кисә Нефтекамала велосипедта йөрөү мәҙәниәтен үҫтереүгә арналған Urban Bike Day уҙғарылды.

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Нефтекама ижад һарайы бар ҡаланың велосипедлаштырыу үҙәгенә әйләнде. “Велосипедлаштырыу” проектын ойоштороусы һәм Санк-Петербург вице-губернаторының велосипед инфраструктураһын үҫтереү буйынса элекке ижтимағи кәңәшсеһе Дарья Табачникова заман ҡалаһына ниңә велосипедтарҙың кәрәклеге, Европа-Азия һуҡмағын булдырған Антон Сазонов Башҡортостандың велосипед маршруттары һәм унда Нефтекаманың ниндәй урын аласағы хаҡында һөйләне.
Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты вәкилдәре Нефтекаманың ижтимағи киңлектәре үҫеше стратегияһын күрһәтте һәм Тарихи Николаевка-Березовка, уның бәләкәй ҡалалар һәм тарихи биләмәләр конкурсында ҡатнашыуы хаҡында әйтте. Нефтекама менән Николо-Березовка араһында велосипед һуҡмағы концепцияһы күрһәтелде. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған май указдарына ярашлы ,“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” проекты нигеҙендә тормошҡа ашырылған проектты “Проспект” архитекторҙар бюроһы эшләй. Улар ҡала халҡы проектты баһалай һәм үҙенең үҙгәрештәрен тәҡдим итә алһын өсөн уның тәүге концепцияһын тәҡдим итте. Нефтекамала велосипед маршруттарын проектлау буйынса ҙур масштаблы воркшоп үҙәге булдырыу ҙур ваҡиғаға әйләнде. Санкт-Петербург Ҡала туҡталҡаларына идара итеү үҙәгендәге велосипед секторының баш белгесе Алексей Гуляев – сараның модераторы. "Башҡортостан".
Читайте нас