Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ленара Иванова әйтеүенсә, халыҡтың тормошон яҡшыртыуға 2020-2022 йылдарҙа был маҡсатҡа 1,12 миллиард һум аҡса йүнәлтеләсәк. Йыл һайын 375,6 миллион һум тотоноу күҙаллана. Аҡсаның төп өлөшө федераль ҡаҙнанан алынған, республика бюджетынан 2020 һәм 2021 йылдарҙа 51,2 һәм 2022 йылда 71,5 миллион һум аҡса алынасаҡ.Фәҡирлек менән көрәш программаһы финанслау артыу сәбәпле күберәк ҡатнашыусыларҙы йәлеп итә аласаҡ. 2024 йылға тиклем йыл һайын ике мең кеше, һөҙөмтәлә 10 мең самаһы ғаилә ярҙам аласаҡ.Ленара Иванова белдереүенсә, 2014 – 2019 йылдарҙа 6728 кешегә адреслы ярҙам күрһәтелгән. Иң популяр түләү – шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға 50 мең һум аҡса бүлеү. Ярҙамдың был төрөнән 6570 ауыл кешеһе файҙаланған, аҡсаға улар мал һатып алған. 151 кеше шәхси эшен асҡан. Шулай уҡ программаға ярашлы эш эҙләүҙә лә ярҙам күрһәтелә, был сара ҡала кешеһе өсөн айырыуса кәрәк.Республиканың Халыҡты социаль яҡлау һәм Ғаилә министрлығы Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты менән берлектә шәхси эшҡыуарҙар һанын арттырмаҡсы.– Беҙ был программа менән кешегә балыҡ түгел, ҡармаҡ бирәбеҙ. Финанслауҙың артыуын иҫәпкә алып, был ярҙамды алғандар һаны ла артһын ине тигән теләктәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.