Ҡытайҙа коронавирусты 40 меңдән ашыу кеше йоҡторған, меңгә яҡын кеше үлгән
Коронавирус арҡаһында иҡтисади юғалтыуҙар ҙа иҫәпләнә, был сир аҙнаһына 26 миллиард долларға төшә , тип баһалай аналитиктар.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Ҡытай Республикаһы статистикаһы буйынса 10 февралгә ҡарата вирус йоҡтороусылар һаны 40 614 кеше тәшкил итә. 910 кеше һәләк булған. Шул уҡ ваҡытта 6486 пациенттың хәле бик ауыр. Коронавирус ҡорбандары 2002-2003 йылдарҙағы атипик пневмония менән үлеүселәр һанына ҡарағанда арта бара.