Башҡортостанда һуғыш ветерандары таксиҙа бушлай йөрөй аласаҡ. Был хеҙмәттән бүтән төрлө льготаһы булғандар ҙа ҡуллана аласаҡ.
2020 йылдың башынан ветерандар өсөн такси хеҙмәте эшләй башланы. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары, ҡатнашыусылары, бәлиғ булмаған концлагерь тотҡондары, Ленинград блокадаһында йәшәүселәр йыл буйына айына дүрт тапҡыр "Яндекс.Такси"ҙа түләмәй йөрөй ала. Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәгендә хәбәр итеүҙәренсә, был акция Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына арнала.
- Был акция әлеге такси хеҙмәте булдырылған республиканың бөтә ҡалаларында ла эшләйәсәк. Юлға аҡса йәһәтенән лимит ҡуйылмаған, тик сикләү бар: айына дүрт тапҡыр йөрөргә мөмкин, - ти Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү республика үҙәгенең директор урынбаҫары Василий Таболин.
Таксиҙы социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең ҡыҙыу линияһы номеры аша ғына саҡыртырға мөмкин: 88007750014. Уның өсөн ветерандың исем шәрифтәрен, инвалидлыҡ категорияһын, тыуыу датаһын һәм телефон номерын хәбәр итергә кәрәк. Учреждение хеҙмәткәрҙәре махсус программа ярҙамында мәғлүмәтте тикшергәс, заказды "Яндекс. Такси" хеҙмәтенә ебәрә. Ветерандың нисә тапҡыр такси ҡулланғаны программала күренеп торасаҡ.
Әгәр ҙә был хеҙмәт һорау менән ҡулланылһа, ул бер йыл менән генә сикләнмәҫкә мөмкин, тиҙәр социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә.