Яйыҡ
+22 °С
Дождь
Новости
12 Февраля 2020, 06:55

Башҡортостан беренсе

Башҡортостан властың бизнесҡа көйләүсе йоғонтоһоноң һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын яуланы.

Башҡортостан властың бизнесҡа көйләүсе йоғонтоһоноң һөҙөмтәлелеге буйынса Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урын яуланы. Республика Башлығы Радий Хәбиров был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
“Был еңеү беҙҙә эшҡыуарҙар өсөн артыҡ административ кәртәләрҙең булмауы тураһында һөйләй. Рейтингты йыл һайын Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы билдәләй, ул тиҫтәләгән күрһәткесте үҙ эсенә ала. Әүәлге рейтингта беҙ иң яҡшы 30 төбәк иҫәбендә, юғары төркөмдә инек. Әле иһә ил буйынса беренсе урынға сығыуыбыҙ – командабыҙҙың оло еңеүе! Инвестиция берләшмәһендә республиканың абруйын күтәреүгә йоғонто яһаған был күрһәткес – бизнесҡа беҙгә килһен, һалым түләһен, яңы эш урындары булдырһын өсөн етди ишара. Шул уҡ ваҡытта яҡташтарыбыҙ ҙа аҡса эшләргә ситкә китмәһен, үҙебеҙҙә лайыҡлы эш тапһын ине”, – тип яҙған республика Башлығы.
Читайте нас