Көндә тәсбих тартып, ил тыныслығы һәм яҡындарының именлеге өсөн доға ҡыла ул. Бала сағы, йәшлеге ауыр йылдарға тура килә. 22 йәшендә генә бер йәшлек ҡыҙы менән тол ҡала. Яңы ғына өйләнешкән йәш парҙы ҡәһәрле һуғыш айыра.Унынсы тиҫтәне ваҡлаған ағинәйҙең үҙ-үҙен ҡарарға хәле бар. Кәңәштәре менән бүлешә, кәрәк саҡта тәнкитләп тә ебәрә Кәримә инәй. Әле ул ҡыҙы Минъямал менән донъя көтә.Һәр ваҡыт сәләмәт тормош алып барыуы, донъяға яҡты, таҙа уйҙар менән бағыуы – юбилярҙың ошо йәшкә етеүенең бер серелер ул, ти яҡындары.
Кәримә Әлибаева Баймаҡ районының Семеновка ауылы янындағы алтын йыуыу фабрикаһында намыҫлы хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға. Ошондай көслө рухлы ағинәйҙәр үҙҙәренең лайыҡлы тормош юлы менән һәр кемебеҙгә үрнәк булып тора.