БР Прокуратураһы коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлеше тураһында хәбәр итә. Заманында суд приставы булып эшләгән ҡатын 2019 йыл “Заказсы хеҙмәте” идара компанияһының юридик бүлегенә эшкә урынлаша. Әммә бының өсөн элекке эш урынынан рәхсәт алырға кәрәк булған икән. Закондың был шарты үтәлмәгәс, район-ара прокурор эштән сығарыу талабы менән представление яҙа, ти. Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт талапты үтәмәгәс, прокуратура элекке приставты суд аша эштән сығартты, тип хәбәр ителә.
Юҡ, яңылыш аңламағыҙ, башҡа ниндәйҙер дәғүә ҡуйылмаған, әммә айырым дәүләт вазифаһы биләгән кешеләргә аҙағынан да өҫтәмә талаптар ҡуйыла икән.