Йорттамы, эштәме, бигерәк тә юлда беҙ радио тыңларға күнеккәнбеҙ - яңылыҡтар хаҡында беләбеҙ, унан бигерәк йырҙар, ҡыҙыҡлы әңгәмәләр тыңлайбыҙ. Хәҙер ни, интернет үҫешкәс, радиоға иғтибар ҙа юҡ тиҙәр, шулай ҙа был яңылыш фекерҙер.13 февраль - Бөтә донъя радио көнө. Был әһәмиәтле дата 2012 йылдан билдәләнә. Уны йыл һайын 13 февралдә уҙғарыу тураһында ҡарарҙы ЮНЕСКО-ның Генераль конференцияһы 2011 йылда ҡабул итә. Дата осраҡлы ғына һайланмаған. 1946 йылдың тап 13 февралендә эфирға тәүге тапҡыр “ООН радиоһы” эфирға сыға. Станция халыҡ-ара ойошманың штаб-фатирында урынлашҡан була.Ойоштороусылар фекеренсә, байрам радиоға ҡағылышлы булған һәр кемдең хеҙмәттәшлеген нығытыуға, халыҡ-ара һәм урындағы радио станцияларға мәғлүмәттәргә инеү мөмкинлеген киңәйтергә булышлыҡ итергә тейеш. Цифрлы технологиялар заманында радио донъялағы иң ҙур аудиторияға аралашыу һәм элемтә сараһы булып тора.Инде ике тиҫтәнән ашыу йылдар наҙлы тауышы менән радиотыңлаусыларҙы үҙенә арбаусы яҡташыбыҙ Гәүһәр Мозафарованың радиотапшырыуҙарын Учалыла ғына түгел, ә республиканың үҙәк каналдарында ла даими тыңлайҙар һәм таныйҙар. Ул әҙерләгән һәр айырым сюжет "Юлдаш" яңылыҡтар хеҙмәтендә, "Спутник", каналының мәғлүмәт хеҙмәтендә яңғырай. "Ашҡаҙар" радиоһында ла йыш ишетергә мөмкин. Айына ике тапҡыр "Элмәлек", "Халыҡ медицинаһы", "Халыҡ педагогикаһы" тип аталған тапшырыуҙар эфирга сығара ул. "Элмәлек" тапшырыуында халҡыбыҙҙың милли кейемдәре, уларҙың тәғәйенләнеше һәм әһәмиәте тураһында һүҙ алып барылһа, "Халыҡ медицинаһы"нда халыҡ хәтерендәге тәбиғи дауалау ысулдар тураһында бәйән итә Гәүһәр Илһам ҡыҙы. "Халыҡ педагогикаһы" тапшырыуының маҡсаты - ата-бабаларыбыҙҙың тәрбиә ысулын тергеҙеү һәм йәш быуынға еткереү. Был фәһемле тапшырыуҙар бер ваҡытта ла иҫкермәй һәм һәр быуын файҙаланырлыҡ ҡиммәтле мәғлүмәт. Бынан тыш, Гәүһәр Илһам ҡыҙы әҙерләгән бер генә сюжет та интервью алынған кешенең "тере" тауышынан тыш әҙерләнмәй, һәм улар шуның менән отошло ла. -Егерме йыл эсендә технологиялар шил тиклем тиҙ үҙгәрҙе, билдәле радиожурналист Рафаэль Айсин эшләгән дәүерҙә тапшырыуҙар таҫмалы бабиналарға яҙылһа, һуңынан мини дисклы магнитофон ҡуллланып, тапшырыуҙар монтажланды. Ә хәҙер иһә монтажлау компьютер ярҙамында башҡарыла һәм әҙер тапшырыу интернет аша ғына ебәрелә, - ти һөйләп үтте үҙенең эш үҙенсәлектәре тураһында Гәүһәр Мозафарова. Ғөмүмән, радиожурналист өсөн яҡшы дикция, яғымлы тауыш менән бер рәттән һәр һүҙҙе һәм өндө йотмайынса, асыҡ итеп әйтә белеү мотлаҡ. Тексты уҡығанда ла дикторҙар дөрөҫ тын алыу техникаһын ҡуллана белергә тейеш, сөнки тауышлы тын алып уҡыу һөнәр оҫтаһы өсөн хас түгел. Шыма уҡыр өсөн тел һәм йөҙ мускулдарына махсус күнекмәләрҙе лә белеү кәрәк.