Яйыҡ
+32 °С
Ясно
Новости
13 Февраля 2020, 12:10

Конкурста ҡатнашығыҙ!

"Стиль" йәштәр ял итеү үҙәге Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына "Мин матур итеп һөйләшә беләм" тип аталған тасуири уҡыу конкурсы иғлан итә. Ижади бәйгелә 10 йәштән алып ҡатнашырға мөмкин. Конкурста ҡатнашыусыларға башҡорт, рус йә иһә сит телдә (инглиз, немец) яттан шиғри йәки проза әҫәр әҙерләү мотлаҡ.

"Стиль" йәштәр ял итеү үҙәге Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына "Мин матур итеп һөйләшә беләм" тип аталған тасуири уҡыу конкурсы иғлан итә. Ижади бәйгелә 10 йәштән алып ҡатнашырға мөмкин. Конкурста ҡатнашыусыларға башҡорт, рус йә иһә сит телдә (инглиз, немец) яттан шиғри йәки проза әҫәр әҙерләү мотлаҡ. Заявкалар 10 февралдән 1 апрелгә тиклем ҡабул ителә. Тыңлауҙар "Стиль" йәштәр ял итеү үҙәгендә (Учалы ҡалаһы, Киров урамы, 7 А) 1 апрелдән 10 апрелгә тиклем үтәсәк. Еңеүселәр Бөйөк Еңеүгә арналған байрам концертында сығыш яһаясаҡтар.Конкурс һөҙөмтәләре хаҡында "Бәйләнештә" селтәренең "Стиль" йәштәр ял итеү үҙәге төркөмөндә https://vk.com/mdc_uchaly белергә мөмкин буласаҡ. Шулай уҡ ҡатнашыусыларға конкурс һөҙөмтәләре телефон аша еткереләсәк.
Читайте нас